|
Яңылыҡтар -
Беҙҙең яңылыҡтар
|
“Аҡбуҙат” журналын алдырыусы уҡыусыларыбыҙ иғтибарына! 13 - 23 майға тиклем балалар һәм йәштәр матбуғаты декадаһы үтә. Почта бүлексәләрендә ошо ваҡыт эсендә журналға яҙылып ҡалһағыҙ, бик һәйбәт ташлама яһала. “Аҡбуҙат”ты уҡығыҙ! алдырығыҙ!
таратығыҙ!
|
|
|
Рәмилә, мәликә, Фәнилә–бик татыу әхирәттәр.Бер көндө Рәмилә Мәликәгә ҡунаҡҡа барғайны. Әсәһе ҡыҙына Өфөнән яңы күлдәк менән туфлиҙар алып ҡайтҡан икән. Мәликәгә күлдәк бик килешеп тора.
Рәмиләгә ҡыйын булып китте: бындай күлдәге лә, туфлиҙарф ла юҡ шул уның! Саҡ илап ебәрмәне. Мәликә менән уйнап торманы. Икенсе әхирәте Фәниләгә йүгерҙе. Уф, ҡара әле, әхирәтенә ҙур, һоро айыу бүләк иткәндәр. Рәмиләнең күҙҙәренә йәш тығылды: уның айыуы ла юҡ шул! Ул Фәнилә менән уйнаманы. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн тиҙерәк өйҙәренә табан йүгерҙе. Йоҡларға ятҡас та уйҙары тынғы бирмәне Мәликәнең матур күлдәгфе менән туфлиҙары, Фәниләнең айыуы күҙ алдына килде. Таң алдынан ғына серемгә киткәйне, бик ҡыҙыҡ төш күрҙе. Имеш, Мәликәнең яңы күлдәге менән туфлиҙарын кейгән уйынсыҡ айыу йәнләнгән дә, үкерә-үкерә, Рәмиләне баҫтыра. –Атай, айыуҙы тиҙерәк ат! Мине ҡотҡар!–тип ҡысҡыра ҡыҙыҡай. |
|
Артабан уҡырға...
|
|
23.03.2010 00:00 |
|
Бер мәл ҡояш йылдың дүрт миҙгелен–көҙҙө, ҡышты, яҙҙы һәм йәйҙе үҙенә саҡырып алған.
–Һеҙҙең ҡайһығыҙ матурыраҡ, ҡайһығыҙ эштә батырыраҡ? Шуға бүләк бирәм,–тигән. Ә бүләк бик затлы икән. Ҡояш ус тултырып йондоҙ бирергә уйлаған. Һүҙҙе көҙ башлаған: –Үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ, мин баҫыуҙарҙың уңышын йыйҙым. Бөтә донъяны алтынға күмдем. Ҡоштарҙы йылы яҡҡа оҙаттым. Балаларҙы мәктәпкә йыйҙым. Бүләк миңә булырға тейеш! –Әллә минең эшем аҙмы?–тигән яҙ. –Мин бөтә ҡар-боҙҙарҙы иреттем. Баҫыуҙарға иген сәстем. Ағастарҙы япраҡ ярҙырҙым. Яланды сәскәгә күмдем. Арала иң матуры ла, иң эшлеклеһе лә мин!–тигән ул. |
|
Артабан уҡырға...
|
Әсәйемде яратам! Әсәй, өләсәй, апай-һеңлеләрҙе 8 Март байрамы менән ҡотлап, “Аҡбуҙат”ҡа бик күп шиғырҙар килде. Ниндәй матур әҫәрҙәр яҙған беҙҙең уҡыусыларыбыҙ. Рәхмәт уларға! Гел йылмай Әсәй, һин өйҙә булһаң, Өй эсебеҙ йәмләнә. Ҡайғы күрмә, ауырыма, Шат йылмай һин гел генә. Наҙгөл ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ярҙам итәм Әсәйем эштән ҡайтыуға Өйҙө йыйыштыра һалам. Ҡоймаҡ ҡоям мин шыжлатып, Сәйемде лә ҡайнатам. Илвир ҠУЛАНШИН.
|
|
Артабан уҡырға...
|
|
 1. Яҙғы буран йәш улан: үҙе илай, үҙе ҡолай. 2. Яҙғы ҡарҙы ямғыр йыуа. 3. Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан. 4. Күҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы. 5. Бер ҡарлуғас яҙ килтермәй. 6. Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән. Һүрәткә ҡарап, нөктәләр урынына дөрөҫ һүҙҙәрҙе яҙып сыҡ! Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ |
|
Артабан уҡырға...
|
|
|
|
|
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>
|
|
Страница 1 из 19 |